«За нами – будущее!» 14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 315
14 декабрь – Башҡорт теле көнө!
Ҡәҙерле милләттәштәр!
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайым! Телебеҙҙе яратайыҡ, балаларыбыҙға өйрәтәйек, башҡортса аралашайыҡ! Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Телебеҙ беҙҙе берләштерһен! Байрам менән – Туған телебеҙ көнө менән, дуҫтар!
Иглин районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Альбер Риф улы Кинйәбулатов.